Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТОЛИЦИЗМ

Просмотров: 1549

КАТОЛИЦИЗМ (гр. katholikos — дөйөм, төп, ғаләми), Католик сиркәүе, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 1054 й. христиан сиркәүенең католик һәм православиеға бүленеүенән һуң дин ғилеме һәм сиркәү ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге Риүәйәт. К. төп тәғлимәте — Рим баш руханийы — папаның, Иисус Христостың дин эштәрендә “яңылышыу белмәҫ” ерҙәге наместнигының етәкселеге т‑дағы ғилем. Католиктарҙың дин ғилеменә ярашлы, Изге Рух Алла‑Атанан ғына түгел, Алла‑Улдан да тарала. Католик руханиҙары (иерархияның бөтә 3 баҫҡысы) целибат тота. Католиктарҙың бөтә донъя үҙәге — Ватикан, башлығы — Рим папаһы. Иң мөһим байрамдары: Христос Кәүҙәһе, Иисус Йөрәге, Дева Марияның Ғиффәтле көйө буйға уҙыуы һ.б. Христианлыҡтың бөтә тылсымлы йолалары ла (һыуға мансыу, 7—12 йәштән алып миро һөртөү, икмәкле һәм шараплы причащение, никах өҙөүҙе тыйыу) таныла. Ҡорамдарҙа иконалар юҡ, тәре йөрөштәре статуялар тотоп үткәрелә. Рәсәйҙә католик священниктары 11 б. 2‑се ярт. алып күренә башлай; 19—20 бб. араһында 12 епархия, 4553 ҡорам һәм часовня, 6 монахлыҡ ордены эшләй. 1930 йй. 2‑се ярт. рим‑католик ведомстволары бөтөрөлә. 1989—90 йй. — 12, 2006 й. яҡынса 200 католик мәхәлләһе эшләй. Башҡортостанда шляхтасылар (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы), 18 б. уртаһынан Ырымбур губернаһында тау заводтары төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар, һөргөнгә ебәрелгән поляк конфедераттары, 19 б. башынан һөрөлгән католиктар [Ватан һуғышы (1812) осоронда әсирлеккә эләккәндәр], поляк милли‑азатлыҡ ихтилалдарында ҡатнашыусылар һ.б. тәүге католиктар була. Уларҙың күпселеге хеҙмәт иткән Ырымбур айырым корпусында поход сиркәүе (1839 й. алып ксёндзы М.Ф.Зелёнка) ойошторола, 1844—47 йй. таш костёл төҙөлә. Поляк ихтилалын баҫтырғандан һуң 1863—64 йй. Ырымбур губ. 500‑ҙән ашыу кеше, ш. иҫ. Өфө һәм Бөрө ҡҡ. йәшәргә ҡалдырылған 27 ксёндз һөрөлә (1870 йй. аҙ. — 80‑се йй. башында уларҙың күбеһе тыуған яғына ҡайта). 19 б. уртаһында Өфөлә яҡынса 150 католик йәшәй. Дини хеҙмәт Өфө ир балалар гимназияһы бинаһында башҡарыла; 1863 й. шәхси йортта Пресвятая Деваның Ғиффәтле көйө буйға уҙыуы хөрмәтенә каплица асыла; 1889—90 йй. костёл төҙөлә. 1870 й. католиктар Өфө губернаһы халҡының 0,06%‑ын, Бәләбәй ҡ. 1,6%‑ын, Бөрө ҡ. 1,45%‑ын, Өфө ҡ. 2,01%‑ын тәшкил иткән, 1897 й. губ. улар 1288 кеше иҫәпләнгән. Католик сиркәүе хәйриә м‑н шөғөлләнгән. Өфө губ. Иисус Христос Йөрәге хөрмәтенә рим‑католик союзы (1918 й. нигеҙләнгән) тарафынан әҙәби‑дини “Христианин” (“Христиан”, ҡара: Христиан ваҡытлы матбуғаты) ж. нәшер ителгән. 20 б. башында Өфөлә Яңы Ивановка зыяратында католик часовняһы (1962 й. һүтелә), Өфө өйәҙенең Алексеевка, Яңы Варваровка, Розовка аа. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) ғибәҙәт йорттары эшләй. 1938 й. алып общиналарҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. 1990 йй. башында Өфөлә (1993 й. теркәлә) һәм Благовар р‑нының Алексеевка а. (1995) католик общиналары эшмәкәрлеген тергеҙә. 2006 й. респ. 4 община (Дәүләкән һәм Октябрьский ҡҡ. теркәлеүһеҙ 2) эшләй. 2003 й. Өфөлә беренсе каплицаның 140 йыллығына һәм Өфө мәхәлләһенең 10 йыллығына арналған саралар үткәрелә, улар барышында “Башҡортостандағы христианлыҡтың тарихы һәм хәҙерге мәсьәләләре” (“История и современные проблемы христианства в Башкортостане”) Халыҡ‑ара фәнни‑ғәмәли конф. үтә.

Әҙәб.: Религии в Башкортостане: история и современность. Уфа, 1998; История малых христианских конфессий в Башкортостане. Уфа, 2004.

В.В.Латипова

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: