Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮҘӘНӘКТӘР ҺӘМ ТУҠЫМАЛАР КУЛЬТУРАҺЫ

Просмотров: 885

КҮҘӘНӘКТӘР ҺӘМ ТУҠЫМАЛАР КУЛЬТУРАҺЫ, үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың һәм кешенең айырым күҙәнәктәрен, туҡымаларын яһалма туҡлыҡлы мөхиттә асептик шарттарҙа (in vitro) үҫтереү һәм оҙайлы ваҡыт һаҡлау. К.һ.т.к. гендар һәм күҙәнәктәр инженерияһында ҡулланыла. Хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең биотөрлөлөгөн һаҡлау, биотехнологияның экологик, а.х. һәм мед. йүнәлештәрендә фундаменталь, ғәмәли мәсьәләләрҙе сисеү өсөн файҙаланыла. Медицинала К.һ.т.к. ҡулланыу – кешенең олон күҙәнәктәрен, япма туҡымаларын үҫтереү, сперманы, түл күҙәнәктәрен, эмбриондарҙы һаҡлау һәм уларҙың йәшәү һәләтен боҙмау; ауыл хужалығында үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы репродукциялау һәм селекциялау м‑н бәйле. Үҫемлектәрҙең К.һ.т.к. киң таралған. Культивациялау ысулы һәм шарттарына, күҙәнәктәрҙең һәм туҡымаларҙың сығышына ҡарап, каллус туҡымалары (ҡаты туҡлыҡлы мөхиттәрҙә), суспензион күҙәнәк (шыйыҡ туҡлыҡлы мөхиттәрҙә), яралғы, тамыр, протопласт, шеш туҡымалары һ.б. культуралар айырыла. Башҡортостанда К.һ.т.к. ысулын ҡулланған тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. Р.Р.Әхмәтов етәкс. Биохимия һәм цитохимия бүлегендә (ҡара: Биохимия һәм генетика институты) башлана, бойҙай протопластарынан каллус культуралары алына (А.И.Иванцов). 80‑се йй. аҙ. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында каллус һәм суспензион культураларҙа гербицидтарҙың тәьҫир итеү активлығы һынала (В.Г.Яковлев). Биохимия һәм генетика ин‑тында икенсел метаболиттарҙың төньяҡ айыутабаны, яланғас татлы тамыр, еләк тисының каллус туҡымаларында үҙгәреүсәнлеге өйрәнелә (И.Г.Миһранова, А.Ғ.Мәрҙәмшин). Картуф һәм баҡса борсағының in vitro оҙайлы клональ микроүрсеүендә митохондриаль геномдың тотороҡлолоғо (Мәрҙәмшин, Р.Д.Вәлиева); бойҙайҙың каллустары ҡаты торон м‑н бергә үҫтерелгән икеләтелгән культуралар миҫалында үҫемлектәрҙең фитопатоген бәшмәктәргә бирешмәүсәнлеге һәм уларҙың үҙ‑ара мөнәсәбәт механизмдары тикшерелә (И.В.Максимов, Н.Б.Трошина). Биология институтында яҙғы йомшаҡ бойҙай һеркәлегенең һәм микроспораларының (В.Ю.Горбунова, Н.Н.Круглова һ.б.), өлгөрөп етмәгән һәм өлгөргән яралғыларының (Круглова), себер айыутабанының клональ микроүрсеүенең (Горбунова, Круглова) К.һ.т.к. индереү б‑са фәнни‑тикшеренеү эштәре үткәрелә. Ботаника баҡса‑институтында Сукачёв ҡарағасының in vitro микроүрсеүенең үҙенсәлектәре тикшерелә (В.П.Путенихин), карелия ҡайыны, тирәк гибридтарының һ.б. (Р.К.Байбурина, Н.В.Старова), бесәй үләненең, себер күбәләк сәскәһенең, ирәмәл алтын тамырының, зәңгәр фаягөлдөң һ.б. (М.М.Ишморатова), сафлор кеүек дөйәбаштың, сыбар леспедецаның (Байбурина, А.Ш.Әхмәтова), шыҡтымдың (А.А.Зарипова, Байбурина), декоратив үҫемлек төрҙәренең (Байбурина, А.А.Мөхәмәтвафина) клональ микроүрсеү технологиялары эшләнә һәм индерелә. Аграр университетта үҫемлектәрҙең эндофит бактериялар м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен, үҫемлек күҙәнәктәренең фитопатогендарға яуап реакцияларын өйрәнеү өсөн бойҙайҙың каллус культуралары һәм картуфтың регенерант үҫемлектәре ҡулланыла (Р.М.Хәйруллин, К.А.Ураҙбахтина). Башҡорт дәүләт университетында бойҙайҙың өлгөрөп етмәгән яралғыһынан каллус индукцияһы законлылыҡтары һәм үҫемлектәрҙең соматик эмбриоидогенез аша тергеҙелеүе өйрәнелә (И.Ф.Шәйәхмәтов). Шулай уҡ ҡара: Аллоплант.

Әҙәб.: КругловаН.Н., Батыгина Т.Б., Горбунова В.Ю. Эмбриологические основы андроклинии пшеницы. М., 2005; Ишмуратова М.М. Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019