Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОГИНОВ Олег Николаевич

Просмотров: 1574

ЛОГИНОВ Олег Николаевич (17.5.1963, Өфө ҡ. — 21.12.2020, шунда уҡ), биотехнолог. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй, 1987 й. алып Биология институтында: 1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1997 й. — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 1995 й. алып БР ФА Тәжрибә заводында төркөм етәксеһе, 2001—09 йй. — генераль директор. Фәнни эшмәкәрлеге биологик препараттарҙы ауыл хужалығында һәм тәбиғәт объекттарын биологик таҙартыуҙа ҡулланыуҙың микробиологик, биохимик һәм биотехнологик аспекттарын өйрәнеүгә арналған. Л. етәкселегендә тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн (Азолен, Елена), тирә-яҡ мөхитте бысратыусы химик матдәләрҙең тарҡалыуына булышлыҡ иткән (Ленойл) һ.б. биопрепараттар уйлап табылған һәм етештереүгә индерелгән. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2014).

Х е ҙ м.: Биотехнологические методы очистки окружающей среды от техногенных загрязнений. Уфа, 2000 (авторҙ.); Бактерии Pseudomonas и Azotobacter как объекты сельскохозяйственной биотехнологии. М., 2005; Биорекультивация: микробиологические технологии очистки нефтезагрязнённых почв и техногенных отходов. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021