Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘМӘТОВ Әнүәр Фәризун улы

Просмотров: 1322

МӘМӘТОВ Әнүәр Фәризун улы (14.7.1937, Өфө ҡ. — 15.7.2012, шунда уҡ), орнитолог. Биология фәндәре докторы (2007). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Сибай педагогия училищеһында, 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡоштарҙың биологик төрлөлөгөнә һәм экологияһына, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һыуҙа йөҙөүсе һунар ҡоштарының ресурстарына арналған. М. тарафынан БР һәм РФ орнитофаунаһының һирәк осраған төрҙәрен һаҡлау буйынса тәҡдимдәр эшләнгән, улар БР‑ҙың Ҡыҙыл китабын төҙөгәндә ҡулланылған (2004).

  Х е ҙ м.: Водоплавающие птицы Южного Урала. Уфа, 1995; Водоплавающая дичь Башкортостана. Уфа, 2003; Водоплавающие и околоводные птицы Башкортостана. Уфа, 2005. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.10.2022