Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРТЫНЕНКО Василий Борисович

Просмотров: 1810

МАРТЫНЕНКО Василий Борисович (20.10.1974, Бөрө ҡ.), геоботаник. БР ФА профессоры (2016), биология фәндәре докторы (2009). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020). Воронеж урман‑техника академияһын тамамлаған (1996). 1999 й. алып Өфө биология институтында эшләй: 2003 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 й. — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2015 й. алып директор вазифаһын башҡарыусы, 2018 й. — директор. 2022 й. башлап РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең етәксеһе вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәр донъяһын һәм уның динамикаһын, үҫемлектәрҙең һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәрен өйрәнеүгә, биотөрлөлөктө һаҡлауҙы фәнни яҡтан тәьмин итеүгә арналған. М. тарафынан Көньяҡ Урал урмандарының төп зона типтарына һәм уларҙың тау варианттарына ентекле синтаксономия эшләнә, уларҙың төрлөлөгө формалашыуының ботаник‑географик законлыҡтары һәм төп факторҙары асыҡлана. М. ЮНЕСКО‑ның “Башҡортостан Уралы” биосфера резерватын проектлауға етәкселек итә.

Хеҙм.: Леса Башкирского государственного природного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2003 (авторҙ.); Флора и растительность Южно‑Уральского государственного природного заповедника. Уфа, 2008 (авторҙ.); Уникальные памятники природы — шиханы Тратау и Юрактау. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Б.М.Миркин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2022
Шәхестәр:
Связанные статьи: