Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы

Просмотров: 1561

МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы (6.4.1955, Өфө ҡ.), зоолог. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002). Н.Ғ.Миһрановтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биология институтында, 1981 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй: 1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 й. — лаборатория мөдире. 1997 й. алып БДПУ‑ла уҡыта (2016 й. тиклем биоэкология һәм биология буйынса белем биреү кафедраһы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан бөжәктәренең төр составын, систематикаһын, биологияһын, экологияһын өйрәнеүгә һәм уларҙы һаҡлауға арналған. М. тарафынан көндөҙгө күбәләктәрҙең 180‑дән ашыу төрө асыҡланған һәм тикшерелгән, пестицидтарҙың тупраҡтағы умыртҡаһыҙҙарға тәьҫире өйрәнелгән. М. ҡатнашлығында Баверсан препараты (пиретроидтар рәтенә ҡараған инсектицид) эшләнгән.

  Х е ҙ м.: Булавоусые чешуекрылые Башкирии: (определитель). Уфа, 1991; Инсектициды и биота почв. Уфа, 1998 (авторҙ.); Животные Башкортостана. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.11.2022