Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИМИКРИЯ

Просмотров: 888

МИМИКРИЯ (ингл. mimicry — оҡшатыу), һаҡланыуға һәләтһеҙ ор- ашарға яраҡлы булмағандары м‑н тышҡы оҡшашлығы. М. тәбиғи һайланыш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм организмдың йәшәү өсөн көрәштә тере ҡалыуына булышлыҡ итә; Башҡортостанда йәшәгән хайуандар һәм үҫемлектәр араһында киң таралған.

Хайуандарҙа М. һаҡлана алмаған төрҙөң тирә-яҡ мөхит предметтары һәм үҫемлектәр (мимезия) йәки ашарға яраҡһыҙ йә һаҡлана алған хайуандар (миметизм) м‑н тышҡы оҡшашлығында сағыла. Мимезия бөжәктәрҙә яҡшы үҫешкән. Сыбыҡ бөжәктәр отрядына ҡараған күпселек төрҙәр ныҡ оҙон нескә кәүҙәле, оҙон быуынлы аяҡлы, был уларҙы ҡоро ботаҡтар араһында күренмәҫлек итә. Ҡамыш араһында йәшенгән мөншөгөр, муйынын өҫкә һуҙып, ҡатып ҡала, шул рәүешле ҡоро һабаҡтар шәлкеменә оҡшап тора. Мимезияға аҡ төлкөнөң, аҫтың, ҡуяндарҙың һ.б. йыл миҙгеленә ярашлы төҫ алмаштырыуын индерергә мөмкин. Миметизмдың 2 формаһын айырып йөрөтәләр, улар тасуирлама биргән ғалимдар — Г.Бейтс һәм Ф. Мюллер исеме м‑н аталған. Бейтс М., мәҫ., аҡ күбәләктәрҙең геликонидалар ғаиләһенә ҡараған ашарға яраҡһыҙ күбәләктәргә кәүҙә формаһы, ҡанаттарының төҫө, осоу техникаһы м‑н оҡшашлығында сағыла. Һөйрәлеүселәр, балыҡтар һ.б. араһында таралған. Мюллер М. булғанда төҫтәре һәм формаһы оҡшаш булған бер нисә һаҡлана алған төр хайуан (ҡамҡалар, еңгәсәйҙәр, шештергестәр һ.б.) “ҡулса” хасил итә. Бөжәктәрҙең бер ашарға яраҡһыҙ төргә ярашлы рефлексы барлыҡҡа килгән дошмандары был “ҡулсаға” ингән башҡа төр бөжәктәргә лә теймәй. Миметизм “имитатор” һәм “модель” ареалдары тура килгәндә һәм “имитатор” ҙың һаны шаҡтай аҙ булған осраҡта ғына һөҙөмтәле.

Үҫемлектәрҙә М. башлыса хайуандарҙы йәлеп итеү йәки ҡурҡытыу өсөн хеҙмәт итә. Ҡайһы бер әшәлсә һымаҡтарҙың сәскәләре формаһы б‑са һеркәләндереүсе инә бөжәктәрҙе хәтерләтә, был ата бөжәктәрҙе ылыҡтыра һәм һеркәләнеүгә булышлыҡ итә. Ҡандала (ҡандалагөл, кориандрҙың өлгөрмәгән емештәре), сысҡан (монар көпшәһе, ҡаратамыр) еҫен хәтерләткән еҫтәр үлән ашаған хайуандарҙы ҡурҡыта. 

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019