Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР

Просмотров: 1004

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР, иң яҡшы әҙәби әҫәрҙе асыҡлау маҡсаты м‑н үткәрелгән бәйгеләр. Башҡорт әҙәбиәте тарихында әйтеш Ә.к. тәүге формаһы булып тора. Рәсми рәүештә Ә.к. 1920 йй. 2‑се ярт. үткәрелә башлай. Ойоштороусылары – дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар (Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһы, Яҙыусылар союзы), киң мәғлүмәт саралары һ.б. Иң яҡшы драма әҫәре конкурстарының еңеүселәре: 1925 й. – М.Ғафуриҙың“Ҡыҙыл йондоҙ” һәм Ф.Ғәйнетдиновтың “Дошман еңелде”; 1938 й. Б.Бикбайҙың һәм Ғ.Сәләмдең “Салауат”, С.М.Мифтаховтың “Ялан ҡыҙы”, Р.Ниғмәтиҙең “Еңеү”; 1947–48 йй. – И.Ә.Абдуллиндың “Тәрән һулыш”, К.Мәргәндең “Ҡала иртәһе”, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең һәм Р.Хәйруллиндың “Сәғиҙә”; 1955 й. – С.Кулибайҙың “Йорт эше”, Ш.Ғ.Насировтың “Күләгә” әҫәре. 1947 й. балалар өсөн яҙылған иң яҡшы әҫәр тип Р. Ниғмәтиҙең “Киләсәккә сәйәхәт”, Ҡ.Даяндың “Ватан өсөн”, М.Кәримдең “Яҙҙың бер көнөндә” поэмалары, Н.Асанбаевтың  “Кәрим”, С.Димскийҙың “Байраҡ өсөн”, Ә.Вәлиҙең “Биш йылдан һуң” хикәйәләре, С.Кулибай, Ғ.Ғүмәр шиғырҙары; 1956 й. – Ш.Бикҡолдоң “Кеше яҡҡан утҡа ҡыҙыҡма” һәм “Беҙ ҡапсыҡта ятмай”, Насировтың “Силәгенә күрә ҡапҡасы” пьесалары; 1977 й. – Ф.Ә.Иҫәнғоловтың “Ҡайҙа һеҙ, Питер малайҙары?” повесы һәм Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Стадион” поэмаһы таныла. Иң яҡшы әҫәр конкурсында 1951 й. Р.Ниғмә­тиҙең “Һаҡмар ҡыҙы”, С.Кулибайҙың “Оҫталар” поэмалары, Ә.И.Харисовтың “Башҡорт халыҡ поэзияһы” хеҙмәте; 1981 й. – Шафиҡовтың БАМ т‑дағы поэмаһы һәм шиғырҙары, Р.Ғ.Солтангәрәевтең “Тау” повесы, Х.Ғиләжевтең “Йәшлек мандаты” поэмаһы билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа БР‑ҙа Ә.к. билдәле даталарға йәки күренекле яҙыусыларға арнала. 2004 й. Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм БР‑ҙың Яҙыусылар союзы тарафынан башҡорт халҡының милли батыры т‑дағы иң яҡшы сәхнә әҫәренә конкурс ойошторола. “Ағиҙел” ж. тарафынан Салауат Юлаев т‑дағы иң яҡшы шиғыр конкурстары булдырыла һәм айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыла; 2005 й. СоветтарСоюзыныңфашистик ГерманияныЕңеүенең60йыллығына арналған хикәйәләр конкурсы ойошторола һ.б. Йыл һайын “Салауат йыйыны” байрамында сәсәндәр бәйгеһе үткәрелә. 2005–06 йй. Өфө ҡ. Хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы тарафынан Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы айҡанлы асыҡ сәсәндәр бәйгеһе үткәрелә. Йәш прозаиктар “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәз., “Ағиҙел”, “Шоңҡар” ж. редакциялары ойошторған Мәхмүт Ҡашғари, С.Агиш, Р.Ғ.Солтангәрәев, Р.С.Назаров, Р.Ҡол‑Дәүләт һәм Р.Түләк ис. приздарға иң яҡшы шиғырҙар һәм хикәйәләр конкурстарында ҡатнаша. Шулай уҡ башҡорт яҙыусылары Башҡортостандан ситтә ойошторолған Ә.к. ҡатнаша. 1923 й. А.М.Таһировтың“Күсеү осоронда” пьесаһы ТАССР Мәғариф ХК тарафынан иғлан ителгән иң яҡшы сәхнә әҫәре бәйгеһендә приз м‑н билдәләнә. Бөтә Союз проф. союздарҙың үҙәк советы ойошторған эшсе синыф т‑дағы иң яҡшы әҫәр Бөтә Союз кон­курсында 1974 й. Я.Х.Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” һәм “Аҡман‑тоҡман”, 1980 й. Ә.А.Байрамовтың “Сынығыу йылдары” романдары дәртләндереү премияһы м‑н билдәләнә.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: