Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ИНТЕГРАЛ”, ААЙ

Просмотров: 943

“ИНТЕГРАЛ”, ААЙ. Күп профилле етештереү‑коммерция пр‑тиеһы (торлаҡ һәм сәнәғәт объекттарын проектлау һәм төҙөү, төҙөлөш материалдары, тимер‑бетон изделиелар, туҡланыу продукттары етештереү; нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар эшләү һәм тапшырыу; фарм. продукция һатыу; йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре һ.б.). 12 пр‑тие, ш. иҫ. Тимер‑бетон изделиелары заводы, Нефтекама икмәк комбинаты, “Роснефтемаш” ЯСЙ һәм Яңауыл алынмай торған ҡалыптар з‑ды эшмәкәрлеген координациялай. Нефтекама ҡ. урынлашҡан. Ижевск, Октябрьский, Өфө, Яңауыл ҡҡ. вәкиллектәре бар. 1990 й. хәҙ. исемде йөрөткән Бәләкәй пр‑тие булараҡ ойошторола, 1998 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019