Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМАШЕВ Булат Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 1375

ИМАШЕВ Булат (Тимербулат) Ғөбәйҙулла улы [10.1.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 12.4.1946, Өфөлә ерләнгән], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1944), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1942). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы), ГИТИС-та уҡыған (1933—37). 1927—43 йй. БАДТ актёры, реж. (1937—38 йй. баш реж.), бер үк ваҡытта 1935—41 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта, 1939 й. алып БДОБТ‑ының баш реж., дир., 1944 й. башлап Учалы колхоз‑совхоз театры дир. һәм художество етәксеһе.

Юғары сәхнә мәҙәниәте, дәртле, һөйкөмлө, матур булыуы актёрға киң та- нылыу килтерә һәм 20 б. 30—40‑сы йй. күренекле сәхнә оҫталары иҫәбенә ҡуя. Төп ролдәре: Фрондосо (“Һарыҡ шишмәһе”, Лопе де Вега; дебют, 1929), Карл Моор (“Юлбаҫарҙар”, Ф.Шиллер), Һөйөндөк (“Ҡарағол”, Д.Юлтый), Шатморат (“Ҡарлуғас”, Б.Бикбай). Реж. булараҡ, И. актёрҙар м‑н эшләүгә, спектаклдәрҙе муз. һәм художество яҡтан биҙәүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт драма театрында — “Ғәлиәбаныу”, Н.В.Гоголдең “Өйләнеү” (1937), Т. Ғиззәттең “ Ташҡындар ” (1938), “Башмағым”; Опера һәм балет театрында — У.А.Гаджибековтың “Аршин мал алан”, П.И.Чайковскийҙың “Евгений Онегин” (икеһе лә — 1939), М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар” (1940), “Аҡбуҙат” һ.б.; Учалы колхоз‑совхоз театрында С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар” (1945), Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са, 1946) һ.б. спектаклдәрҙе ҡуя. Уҡыусылары араһында Ғ.А.Арыҫланов, З.Ш.Арыҫланова, З.А.Әхмәрова. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Бишбүләк а. урамға, тыуған ауылындағы урамға һәм урта мәктәпкә (унда И. музейы ойошторолған) уның исеме бирелгән, ш. уҡ тыуған ауылында актёрҙың йорт‑музейы асылған (2008) һәм бюсы ҡуйылған; Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; Хөснийәров С. Иҫтә, һаман да иҫтә...: иҫтәлектәр. Өфө, 1996; Имашева‑Бикҡолова Р.Ә., Имашева‑Әйүпова Л.Ә. Булат Имашев. Тормошо һәм ижады = Жизнь и творчество. Уфа, 2009.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019