Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРКӘБАЕВ Олег Геннадьевич

Просмотров: 764

ИРКӘБАЕВ (Иркәбаев‑Этайн) Олег Геннадьевич (14.3.1955, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Тымбай а.), режиссёр. РФ‑тың (2005) һәм Мари Эл Респ. (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү мәҙәниәт ин‑тын (1979; Г.А. Георгиевский курсы), ГИТИС‑ты (1987; Б.Г.Голубовский курсы) тамамлаған. 1979—83 йй. М.Шкетан ис. Мари драма театры актёры, 1987—89 йй. реж., 1990 й. алып Мари АССР‑ының Респ. урыҫ драма театры реж., 1991 й. — Мари милли драма театры филиалы — Мари йәш тамашасы театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1990 й. — муз. уч‑щеһында, 1994 й. башлап Мари респ. мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында (бөтәһе лә — Йошкар‑Ола) уҡыта.

Мари йәш тамашасы театрын (беренсе художество етәксеһе) ойоштороу инициаторҙарының береһе, уның сәхнәһендә мари (М.Шкетандың “Эй, һин, беҙҙең тормош…!”, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр”) һәм урыҫ (А.Н.Толстойҙың “Мөхәббәт — алтын китап” — “Любовь – книга золотая”, А.Н.Островскийҙың “Йәшен” — “Гроза”) телдәрендә 40‑тан ашыу спектакль ҡуя. Мариҙарҙың 16 б. тормошона арналған Г.Ф.Гордеевтың “Ортомо кенәзе” (“Князь Ортомо”), “Болтуш”, “Буйһонмаҫҡа” (“Не преклонюсь”) сәхнә трилогиялары фәлс. дөйөмләштереү, милли традицияларҙы һәм тарихи ваҡиғаларҙы тәрән аңлау м‑н айырылып тора. Мари драма театрында В.Г.Распутиндың “Һуңғы срок” (“Последний срок”) повесы б‑са ш. уҡ ис. спектаклен (дебют, 1987), У.Шекспирҙың “Йәйге йоҡо” (“Сон в летнюю ночь”); Респ. урыҫ драма театрында — Н.В.Коляданың “Мурлин Мурло”; Ставрополь край драма театрында — М.Орр, Р.Дэнемдың “Бөтәһе лә Һауа тураһында” (“Всё о Еве”) пьесаһы б‑са Бродвей шарадалары” (“Шарады Бродвея”); Мари опера һәм балет театрында Э.Н.Сапаевтың “Аҡпатыр”, Э.А.Архипованың “Алдиар” милли операларын ҡуя. “Һинең менән һәм һинһеҙ” (“С тобой и без тебя” 1997; “Мари Эл” ДТРК‑һы) тәүге мари телесериалының режиссёры. “Савик” (Н.В.Игнатьевтың ш. уҡ ис. романы б‑са), “Сиған бәхете” (“Цыганское счастье”, И.Г.Митрофановтың ш. уҡ ис. повесы б‑са) сәхнәләштергән әҫәрҙәр авторы. Уҡыусылары араһында Мари Эл Респ. атҡ. артистары А.Л.Михайлин, С.И.Никитина. Фин-уғыр халыҡтары театрҙарының “Майатул” халыҡ‑ара фестивале дипломанты (Йошкар‑Ола, 2010). М.Шкетан ис. Мари Эл Респ. Дәүләт пр. (1999) лауреаты.

Әҙәб.: Ефимова И. Продолжение темы //Театральная жизнь. 1989, №2; Алексеева Р. Лидер //Страстной бульвар, 10, 2005, №7—77.

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019