Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы

Просмотров: 1301

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы (13.10.1942, БАССР-ҙың Миәкә р‑ны Ҡанбәк а.), актриса. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1998) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин курсы), ӨДСИ‑не (1987; А.К.Лощенков курсы) тамамлаған. 1965 й. башлап БАДТ артисы, бер үк ваҡытта 1987—95 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта.

И. сәнғәте күп планлы. Актрисаға нескә лиризм, нәфислек, моңлолоҡ: Вера (“Минең балаларым”, С.Кайтов; дебют, 1965), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Әсхәт (“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”, М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафилов инсценировкаһы), Ғәлиә (Т.Таһировтың ш. уҡ исемле повесы б‑са Исрафилов инсценировкаһы); драматизм, рухи көслөлөк: Һәҙиә (Ғ.Ғ.Шафиҡовтың ш. уҡ исемле әҫәре), Миләүшә (“Миләш-Миләүшә”, Н.Асанбаев), Фатима (“Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?”, Ф.М.Бүләков), Кручинина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский); комик ролдәрҙе сағыу алымдар ярҙамында, үҙенсәлекле кәүҙәләндереү хас: Серафина (“Ят йондоҙ”, Х.Вуолийокиҙың “Нискавуори ҡатын-ҡыҙҙары” — “Женщины Нискавуори” пьесаһы б‑са), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Фәғилә (“Мөхәббәт ҡарағы”, Бүләков) һәм башҡалар. Ф.Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” (2004, Туймазы татар драма театры; татар телендә), М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” (2006, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры) спектаклдәрен сәхнәгә ҡуя. К/ф ролдәре: Нәжиә (“Хистәрҙең яңырыуы” — “Возвращение чувств”, ”Мосфильм” к/ст, 1979), Ирина (“Яланғас ерҙә — икәү” — “Двое на голой земле”, М.Горький ис. к/ст, 1989). Эстрадала сығыш яһай. Репертуарында М.Кәрим һүҙҙәренә Ю.Х.Үҙәнбаевтың “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, З.С.Ҡотлогилдина һүҙҙәренә С.Ә.Низаметдиновтың “Тауыш бирсе”, Г.Юнысова һүҙҙәренә Р.Х.Сәхәүетдинованың “Әйҙә, киттек Дим буйына” һ.б. йырҙар. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1987), Аҡмулла ис. пр. (1998). Халыҡтар дуҫлығы (2017), Салауат Юлаев (2013) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Тойғонов Р.Г. Нурия Ирсаева. Өфө, 1993.

Һ.С.Сәитов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: