ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ
615
ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ, ЯАЙ. Балалар, ҡатын‑ҡыҙ, ир‑ат өсөн эске кейем һәм өҫкө трикотаж етештерә. Составына бәйләү‑буяу, бесеү‑тегеү производстволары (икеһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) инә. 2010 й. 750 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ- тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
1964 й. нигеҙ һалына, 1966 й. Ишембай трикотаж ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1992 й. алып хәҙ. исемен йөрөткән ААЙ, 1996 й. хәҙ. статусын ала. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).
В.А.Потеряхин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: