Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИХСАНОВ Рамаҙан Миңлехан улы

Просмотров: 764

ИХСАНОВ Рамаҙан Миңлехан улы [2.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтағол а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 12.11.1983, Әлмәт ҡ.], актёр. ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1969) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1950; Ғ.С.Саттаров курсы) 1952 й. тиклем һәм 1954 й. алып — Салауат башҡ. драма театры, 1960—83 йй. Әлмәт татар драма театры (ТАССР) актёры, 1952—54 йй. Ҡандра район мәҙәниәт йорто директоры. И. ижад иткән образдар тормошсанлығы м‑н айырыла. Салауат башҡорт драма театрында төп ролдәре: Хәйретдин (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш), Миңлеғәли (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинсурин), Низами (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов). Әлмәт татар драма театрында бер нисә күренекле ролдә уйнай: Диуана (“Ай тотолған төндә”), Ҡасимхан (“Ташҡындар” — “Потоки”, Т.Ғиззәт), Незнамов (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский); М.Х.Садиҡованың “Алтынсәс” (“Золотоволосая”; 1967), Х.Хәмзәнең “Бай һәм хеҙмәтсе” (“Бай и батрак”; 1968) һ.б. спектаклдәр ҡуя.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: