Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЗЕЙҘАР

Просмотров: 2529

МУЗЕЙҘАР (гр. мuseјion — музалар храмы), тәбиғи тарих, матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡыларын туплау, һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу м‑н шөғөлләнгән фәнни, мәҙәни‑ағартыу учреждениелары. Фәнни-тикшеренеү, фәнни‑ағартыу һәм уҡыу-уҡытыу; учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына бәйле рәүештә — дәүләт, муниц., ведомствоға ҡараған, шәхси, белем биреү учреждениелары, йәмәғәт берекмәләре М.; профиле б‑са — тарихи, художестволы, сәнғәт ғилеме, әҙәби, архитектур, тәбиғи-фәнни, техник, тармаҡ, ш. уҡ мемориаль, тыуған яҡты өйрәнеү, комплекслы һ.б. М. бүленә. Башҡортостанда беренсе М. — Өфө губерна музейы — 1864 й. ойошторола (ҡара: Милли музей). 1919 й. Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы), 1934 й. Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы, 1940 й. Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт‑музейы һәм Иванов К. йорт-музейы, 1941 й. Ленин В.И. йорт‑музейы, 1948 й. Ғафури М. мемориаль йорт-музейы, 1957 й. Октябрьский музейы асыла. 60‑сы йй. респ. Белорет музейы, Ғөбәйҙуллин М.Х. музейы, Салауат Юлаев музейы, Учалы музейы; 70‑се йй. — Археология һәм этнография музейы, Баймаҡ музейы, Бәләбәй музейы, Кейекбаев Ж. музейы, Күгәрсен музейы, Күсемов Т.Т. музейы, Хәкимов К. музейы; 80‑се йй. — Аҡмулла М. музейы, Ғарипов Р. музейы, Ейәнсура музейы, Көйөргәҙе музейы, Урман музейы, Эске эштәр министрлығы музейы; 90‑сы йй. — Бабич Ш. музейы, Вәлиди Ә.‑З. музейы, Гәрәев М. музейы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы, Милли әҙәби музей, Мөбәрәков А. музейы, Өмөтбаев М. музейы; 2000 йй. Кинйә Арыҫланов музейы, Парламент тарихы музейы, Хәрби дан музейы һ.б. барлыҡҡа килә. 20 б. аҙ. БР‑ҙа төрлө профилдәге 82 дәүләт һәм муниц. М. иҫәпләнә; музейҙар селтәрен үҫтереү б‑са Башҡортостан РФ‑та 3‑сө урынды (Мәскәү м‑н С.-Петербургтан һуң) биләгән. 2005—06 йй. “Урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” федераль законына ярашлы музей селтәре үҙгәртеп ҡорола, уның һөҙөмтәһендә күп М. муниц. милеккә күсә. 2015 й. БР‑ҙа 982 М., ш. иҫ. 26 дәүләт, 70 муниц., 235 ведомствоға ҡараған, 27 мәҙәни-ял учреждениелары, 621 белем биреү учреждениеһы, 3 шәхси М. иҫәпләнә.

Әҙәб.: Г н е д о в с к и й М.Б. Анализ музейной сети и проблема классификации музеев //Музейное дело в СССР: сб. науч. тр. М., 1985. 

Л.А.Чишкова

Тәрж Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: