Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна

Просмотров: 987

КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна (28.5.1934, Тула ҡ.), инженер-технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1962), 1959 й. алып шунда уҡ, 1967 й. — Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй. 1972—92 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда: баш инженер, 1982—91 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәр. Производство эшмәкәрлеге изоляция мастикалары уйлап табыу һәм уларҙың файҙаланыу характеристикаларын тикшереү менән бәйле. К. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле Пластобит‑2М изоляция ҡапламаһы һәм уның менән магистраль үткәргес торбаларҙы көпләү технологияһы уйлап табылған. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1983).

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.09.2022
Связанные темы рубрикатора: