КАЛЬЦИТ, минерал
КАЛЬЦИТ, эзбизташ шпаты, карбонаттар класы минералы, CaCO3. Кристалдары төрлө формала. Агрегаттары: бөртөклө, сталактит һымаҡ, балсыҡлы, друзалар. Төҫһөҙ, аҡ йәки ҡушылдыҡтарға бәйле төрлө төҫкә буялған. Төҫһөҙ һәм үтә күренмәле К. — Исландия шпаты. Ҡатылығы 3, тығыҙлығы 2710 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Шыйығайтылған тоҙ кислотаһында ҡайнап эрей. К. эзбизташ һәм мәрмәр составтарының төп өлөшө булып тора. Металлургияла (флюс булараҡ), төҙөлөштә (цемент етештереү өсөн сеймал), тупраҡҡа эзбиз индереүҙә һ.б. ҡулланыла; Исландия шпатын оптикала файҙаланалар. БР‑ҙа ултырма ҡатламдарҙағы эзбизташтар, белорет метаморфик комплексының кальцитлы мәрмәрҙәре, мәмерйәләрҙәге һарҡым ултырмалары К. тора. Эзбизташ карьерҙарында К. ваҡ кристалдары һәм друзалары осрай.
А.А.Алексеев
Тәрж. И.М.Япаров