Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы

Просмотров: 1452

КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы (18.7.1928, Томск ҡ. — 1.7.2013, Өфө ҡ.), геолог. БР ФА академигы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1972), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1953) “Башнефть” берекмәһенең Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеүҙәр контораһында эшләй: 1954 й. алып геология партияһы, 1956 й. — геологик төшөрөү экспедицияһы начальнигы, 1964 й. — баш геолог. 1969 й. башлап Геология институтында: 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1974 й. — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1974—91 йй. директор, 2000—13 йй. баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1974—97 йй. БДУ‑ла уҡыта, 1991—2005 йй. БР ФА Ер һәм экология фәндәре бүлегенең академик‑секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре тектоника, нефть геологияһы, стратиграфия, геология тарихы проблемаларына арналған. Шарьяж теорияһының авторҙашы, Уралда тәүгеләрҙән булып аллохтондарҙы аса. К. ҡатнашлығында БР‑ҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтары (Табын, Тәйрүк һ.б.) асылған. Өфөләге геотектоника мәктәбенә нигеҙ һалыусы. РФА‑ның тектоника комитеты ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1986).

  Хеҙм.: Покровные структуры Урала. М., 1974; Шарьяжные и надвиговые структуры фундаментов платформ. М., 1987 (авторҙ.); Шарьяжно‑надвиговая тектоника литосферы. М., 1991 (авторҙ.).

  Әҙәб.: Тимергазин К.К., Тимергазина А.К. Уфимская геотектоническая школа. Уфа, 1992.

Ю.В.Казанцев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: