Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШ ТОҘ

Просмотров: 1768

ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей, йылы үткәреүсәнлеге юғары, антисептик үҙсәнлектәре бар. Тәме тоҙло. 2) Ултырма тау тоҡомо, тулыһынса тиерлек йәки башлыса галиттан тора. Ҡултыҡтарҙа һәм ҡороп барған реликт күлдәрҙә диңгеҙ һыуы парға әйләнгәндә барлыҡҡа килә. Тәбиғи тоҙ ятҡылыҡтарында, ултырма тоҙо булған хәҙерге күлдәрҙең ятҡылыҡтарында, тоҙло сығанаҡтарҙа осрай. Т.т. аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һәм химия сәнәғәтендә (натрий, хлор, сода һ.б. алыу өсөн) ҡулланыла. БР‑ҙа Яр‑Бишҡаҙаҡ (Ишембай районы), Стәрлебаш (шул уҡ район), Ләмәҙ (Иглин районы) ятҡылыҡтарының сәнәғәт әһәмиәте бар.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.01.2023
Связанные темы рубрикатора: