Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ

Просмотров: 1230

КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған ҙур кире тектоник структура. Көнсығыш Европа платформаһының архей‑аҫҡы протерозой кристалл нигеҙендә һәм ултырма япмаһының рифей ҡатлауында айырыла. БР, Удмуртия, Пермь крайы территорияларында күҙәтелә. Оҙонлоғо 1000 км ашыу, киңлеге яҡынса 300 км. БР сиктәрендә борттары төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ҡатмарлы һынылыштар системаһы менән сикләнә: Ағиҙел, Дүртөйлө‑Сарапул, Көйәҙе‑Веслян, Ҡалтасы, Наҙыпетровск, Удмурт‑Төрөш һ.б.; Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә табан асыла. К.‑А.б. килеп сығышы рифт менән бәйле. Нигеҙе буйынса рифт зонаһы Башҡорт көмбәҙенең үҙәк өлөшө аша Ҡаратау ҡалҡыуынан Борай‑Яңауыл‑Очёр‑Верещагин ҡалҡыуҙары зонаһына (Пермь крайы) тиклем һуҙыла, дөйөм планда Ҡалтасы-Сарапул соҡорона тура килә (Р.Н.Вәлиев б‑са). Хәҙерге этапта кристалл нигеҙҙең структур‑тектоник үҙгәрештәренән һуң рифт зонаһы төньяҡ һәм нығыраҡ сағылған көньяҡ уйһыулыҡтары менән оҙатылған, бер аҙ өҫкә күтәрелгән тар структура булып тора. К.‑А.б. яңы нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыу перспективалары ултырма япманың рифей‑венд ҡатламдарын өҫтәлмә разведкалауға бәйле.

  Әҙәб.: М а с а г у т о в Р.Х. Литолого-стратиграфическая характеристика и палеогеография позднего докембрия Башкирского Приуралья. М., 2002.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2022
Связанные темы рубрикатора: