Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 1170

КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ, Волга‑Урал антеклизаһының ултырма ҡатламдарындағы көмбәҙҙәр араһында урынлашҡан морфологик яҡтан күренешле күмелгән депрессияларҙан тора. Оҙонлоғо яҡынса 12 мең км, киңлеге 10—100 км, көньяҡ‑көнсығышҡа табан 200 км тиклем етә. 8 бөгөлдән тора. БР территорияһында Аҡтаныш‑Шишмә бөгөлө, Инйәр‑Тоҙйылға бөгөлө, Шалым бөгөлө урынлашҡан. К.‑К.б.с. формалашыуы һуң ҡын (иртә фран) осорондағы төбәк трансгрессияһы ваҡытында башлана. Төбәк баҫылыуға ултырма тоҡомдар тупланыуының 3 төрө тура килә: көмбәҙҙәге (һай диңгеҙ шельфында) — бәләкәй үлсәмле яңғыҙ рифтары булған карбонатлы ултырма тоҡомдар тупланыуының платформа шарты; депрессиялағы (депрессияларҙың күсәр зонаһында) — эзбизле‑балсыҡлы битум ҡатламдарын компенсацияһыҙ туплау бассейндары мөхите; борттағы — дөйөм ҡалынлығы 1000 м тиклем еткән барьер һәм сик тибындағы органоген‑кластик эзбизташтар һәм массив рифтар менән айырылып торған сик мөхите. Шунан башҡа, депрессияларҙың күсәр зоналарында йыш ҡына айырым атолдары һәм утрау рифтары булған урта һырттар үҫешә. Депрессияларҙы тултырыусы ултырма материал терриген, терриген-карбонат һәм карбонат тау тоҡомдарынан тора. Депрессияларҙы тултырыуҙың һуңғы стадиялары (бобрик‑иртә тула ваҡыты) күл, аллювиаль, һыубаҫар, һаҙлыҡтар булған континенталь шарттарҙа үтә. Йыш ҡына локаль ҡалын күмер ҡатламдары формалаша. Тула ваҡыты башында бөгөлдәр системаһы тигеҙләнә. К.‑К.б.с. Волга-Урал нефть һәм газ провинцияһының нефть‑газ тупланыуында ҙур роль уйнай. Уға Арлан нефть ятҡылығы, Маншыр нефть ятҡылығы, Сергеевка нефть ятҡылығы һ.б. тура килә. 

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2022
Связанные темы рубрикатора: