Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ

Просмотров: 1156

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ (Баймаҡ районындағы Ҡарамалыташ тауы исеменән), девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1944). Ҡ.с. ултырмалары Баймаҡ, Учалы һәм Әбйәлил райондарында таралған. Йәшмә ҡатламдарын үҙ эсенә алған һелте һәм әсе составлы базальттарҙан, дациттарҙан, риолиттарҙан, туфтарҙан һәм тефроидтарҙан тора. Ҡалынлығы 2000 м тиклем. Ирәндек свитаһында ята, олотау свитаһы менән ҡаплана. Ҡ.с. йәше — эйфель ярусы. Ҡ.с. ултырмаларына Учалы, Озёрный (Учалы районы), Сибай һ.б. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары, шулай уҡ алтын, көмөш, марганец, биҙәү йәшмәһе һәм родонит ятҡылыҡтары тура килә.

  Әҙәб.: М а с л о в В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; С е р а в к и н И.Б. Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986.

В.А.Маслов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева




Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: