Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАТАУИ

Просмотров: 1130

ҠАРАТАУИ, рифейҙың үрге хроностратиграфик бүлексәһе, уның стратотип киҫелешен тамамлай. Йәше 1030±30 млн йыл — 600±10 млн йыл. Юрматыни өҫтөндә ята, йыуылыу аша венд менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар хас. Б.М.Келлер тарафынан айырып күрһәтелә (1952). О.П.Горяинова, Э.А.Фалькова (1937, 1940), А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1949), В.И.Козлов (1982, 1986) һ.б. тасуирлай. Ҡ. ултырмалары Башҡорт мегантиклинорийы ҡанаттарында таралған, унда улар ҡаратау серияһына берләшкән (тәүге тапҡыр 1945 й. Н.С.Шатский тарафынан Ҡаратау структуралы комплексы киҫелештәрендә стратотиплы өҫкө рифей тибы булараҡ айырып күрһәтелә). Ҡ. (ҡалынлығы 2800—5300 м) үҙгәреүсән карбонат‑терриген составы менән характерлана, балсыҡлы һәүерташ ҡатлауҙары һәм ҡатламдары бар. Ҡ. тоҡомдары сыбар төҫмөрлө (шуның менән аҫта ятҡан рифей ҡатламдарынан ныҡ айырыла), башлыса йәшкелт‑һоро, һары, йәшкелт‑күкһел, алһыу, көрән, һорғолт‑ҡыҙыл һ.б. төҫтәр өҫтөнлөк итә. Состав һәм беленгән цикллы төҙөлөшө үҙенсәлектәре буйынса Ҡ. (аҫтан өҫкә) елмәрҙәк свитаһына, ҡытау свитаһына, инйәр, минйәр свиталарына, уҡ, криволук свиталарына бүленә. Ҡ. фанерозой системаларына тап килгән (В.И.Козлов, 1986 һ.б.) 3 ярым серия (горизонт) айырыла: аҫҡы ҡаратау (елмәрҙәк һәм ҡытау свиталары составындағы ҡыпсаҡ горизонты), урта ҡаратау (инйәр һәм минйәр свиталарын берләштергән түңгәүер горизонты) һәм өҫкө ҡаратау (уҡ һәм криволук свиталарын индергән ҡоҙаш горизонты). Елмәрҙәк свитаһы (үҙгәреүсән ялан шпатлы‑кварц составлы ҡомташ һәм алевролит, полимикт, төрлө бөртөклө, балсыҡлы һәүерташ, конгломерат һәм карбонат тоҡомдарының ҡатлауҙары һәм линзалары; ҡалынлығы 1400—3000 м) бирйән, нөгөш, ләмәҙ һәм бәҙәреш ярым свиталарына бүленә. Ҡытау свитаһы сыбар эзбизташтарҙан, уларҙың доломитлы һәм балсыҡлы төрҙәренән һәм мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 200— 400 м. Инйәр свитаһы (йыш ҡына глауконитлы ялан шпатлы‑кварцлы һәм кварцлы ҡомташ һәм алевролит, балсыҡлы һәүерташ, эзбизташ һәм доломит; ҡалынлығы 400—700 м) Бәҙәреш, Ләмәҙ, Ҡытау, Еҙем, Инйәр, Күжә йй. бассейндары, шулай уҡ Ағиҙел й. уң ҡушылдыҡтары (Кәлтәгәү, Бөһөндө һ.б. йылғалар) буйлап байтаҡ майҙанды биләй. Аҫҡы һәм өҫкө ярым свиталарға бүленә. Минйәр свитаһы доломиттарҙан, һирәгерәк эзбизташтарҙан ғибәрәт, үрге өлөшөндә кремний ҡатлауҙары билдәләнә; ҡалынлығы 500—600 м. Уҡ свитаһы (эзбизташ, глауконит‑кварцлы, кварцлы һәм полимикт ҡомташ һәм алевролит; ҡалынлығы 200—400 м) башлыса Башҡ. мегантиклинорийының көнсығыш ҡанатында таралған (Уҡ, Әшә, Баҫыу, Еҙем, Оло Нөгөш йй. бассейндары); структураның көнсығыш ҡанатында өлөшләтә Тирлән һәм Криволук синклиналдәрендә билдәләнә. Өҫкө һәм аҫҡы ярым свиталарға бүленә. Криволук свитаһы (башлыса кварц составлы алевролит һәм ҡомташ, киҫелештең үрге өлөшөндә балсыҡлы һәм углеродлы‑балсыҡлы һәүерташ ҡатлауҙары; ҡалынлығы 100—200 м) Криволук һәм Тирлән синклиналдәрендә сикле таралған. Ҡ. ҡатламдарына Ләмәҙ һәм Тирлән тимер мәғдәне райондарында һоро тимер мәғдәненең 30‑ға яҡын ваҡ ятҡылығы һәм сығанағы; Мәхмүт, Яҙдаубәк, Клюкваға — гематит; Сырышҡы, Еҙем, Инйәр, Талмен һ.б. — титан; Аҡташҡа — алтын; Бөркөт, Балтайорт, Талменға — полиметалл; Маты, Талмен, Әршә, Һөйөндөккә — тау гәлсәре; Күжәгә барит сығанаҡтары һәм ваҡ ятҡылыҡтары тура килә.

  Башҡортостандың көнбайышында Ҡ. йәше буйынса аналогтары Леонидовка, Приют, Шихан, Ләүйылға, Серафимовка, Асылыкүл, Әхмәр һ.б. разведкалау майҙандарында тәрән скважиналар менән асылған (ҡалынлыҡтары 1050—1850 м, ятыш тәрәнлектәре 1800—3730 м) сыбар карбонат‑терриген тоҡомдарынан торған абдулла серияһына тупланған. Серия бер‑береһенә әкренләп күскән леонидовка, приют, шихан һәм ләүйылға свиталарын берләштерә. Леонидовка свитаһы кварцлы, йыш ҡына кварцит һымаҡ, каолинит тупланмалары булған ҡомташтарҙан тора, ҡырҡа буйһонмалы һандарҙа алевролиттарҙың һәм аргиллиттарҙың йоҡа ҡатлауҙары бар; ҡалынлығы 500—600 м. Приют свитаһы ялан шпатлы‑кварцлы алевролиттар һәм һирәгерәк ҡомташтар, доломитлы мергелдәр, доломиттар менән тигеҙһеҙ сиратлашҡан сыбар аргиллиттарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 150—670 м. Шихан свитаһы аргиллит һәм мергель ҡатыш эзбизташтарҙан тора; ҡалынлығы 170—360 м. Ләүйылға свитаһы нигеҙендә эзбизташ ҡатыш доломиттарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 235 м. Леонидовка (Баулы‑16 һәм Сүл‑7 скважиналары, ТР) һәм приют (Ләүйылға‑1, Шкапов‑59 һәм Шихан‑5 скважиналары) свиталарының ҡомташтарында углеводород сығанаҡтары булыуы раҫланған.

  Әҙәб.: Стратиграфия древних “немых” толщ западного склона Южного Урала //Труды Всесоюзного геолого‑разведочного объединения. М., 1931. Т.52. Вып.70; К о з л о в В.И. Верхний рифей и венд Южного Урала. М., 1982; Стратиграфическая схема рифейских и вендских отложений Волго‑Уральской области: объясн. зап. Уфа, 2000.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022
Связанные темы рубрикатора: