Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ

Просмотров: 863

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ, Урал алды бөгөлөндә ятҡан һәм уны Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, Ағиҙел депрессияһы уйпатлыҡтарына бүлгән субкиңлек йүнәлешле тектоник структура. Ҡ.ҡ. төҙөлөшөндә Ҡаратау, Турғай тауҙары һәм Ажығарҙаҡ (Минйәр) антиклинорийҙарының төньяҡ ҡанаттарын ҡатмарлаштырған һәм киҫеп үткән субкиңлектәге өс ҡаплау шыуҙырмаһы айырыла. Улар көньяҡта Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә көньяҡҡа боролған һәм ҡаплау шыуҙырмаһына әүерелгән һул яҡ күсеш компоненты булған төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле Әшә һынылышына барып тоташа. Ҡ.ҡ. өҫкө рифей, венд, улар өҫтөндә тәрән йырын менән ятҡан девон һәм карбондың һай һыулы терриген һәм карбонат ултырмаларынан тора, һуңғылары көнсығышта Эҫем мульдаһының аҫҡы пермь ҡатламдары менән алмашына, унда Урал алды бөгөлөнөң көнбайыш бортына хас булған риф теҙмәләре Ҡ.ҡ. ҡаплау шыуҙырмалы‑йыйырсыҡлы структуралары менән өҙөлә. Ҡ.ҡ. йәше иртә пермдең аҙағынан боронғораҡ түгел (ситләтелгән мәғлүмәттәр буйынса — һуң пермь). Ҡ.ҡ. барлыҡҡа килеүе буйынса мәсьәлә бәхәсле: Н.С.Шатский уны Көнсығыш Европа платформаһының күтәрелгән блогы булараҡ, М.А.Камалетдинов Урал яғынан тулыһынса ҡыҫып килтерелгән һәм бөгөлдө ҡаплаған шарьяж булараҡ ҡарай.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022
Связанные темы рубрикатора: