КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы
КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы [5.12.1917, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Аҡтаныш а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш районы) — 28.8.2015, Өфө ҡ.], геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1939) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй: 1947 й. алып өлкән инженер, 1955 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1951—54 йй. Бөтә Союз геология‑разведка ҒТИ‑нда (Ленинград ҡ.), 1959 й. башлап Нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм эшкәртеү институтының (Ташкент ҡ.) бүлек мөдире. 1975 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта; 1978 й. — Салауат киске факультетының химия кафедраһы мөдире; 1980—88 йй. БДПУ‑ла эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм тәбиғи газдар геологияһы менән бәйле. К. тарафынан Башҡортостандың, Үзбәкстандың һ.б. нефть һәм газ перспективалары, нефть составы үҙенсәлектәре, нефттә көкөрт барлығын билдәләү методикаһы асыҡланған. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).
Хеҙм.: Нефти Башкирии. Уфа, 1960 (авторҙ.); Задачи и упражнения по органической химии. Уфа, 1988.
Тәрж. Г.М.Ғәлиева