Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРПИНСКИЙ Александр Петрович

Просмотров: 1251

КАРПИНСКИЙ Александр Петрович (26.12.1846, Пермь губернаһы Турьинские рудники ҡсб — 15.7.1936, Мәскәү өлкәһе Удельная ҡсб, Мәскәү ҡ. Ҡыҙыл майҙанда ерләнгән), тау инженеры. Император Санкт‑Петербург ФА академигы (1896, 1916 й. алып вице‑президенты, 1917—36 йй. СССР ФА президенты), профессор (1877). Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1866) Мейәс алтын промыслаларында, 1868—96 йй. — Петербург тау институтында, бер үк ваҡытта 1882—1929 йй. Геология комитетында эшләй: өлкән геолог, 1885 й. башлап директор, 1903 й. алып почётлы директор. Фәнни тикшеренеүҙәре тарихи геология, палеонтология, стратиграфия, тектоника һәм палеогеография, петрография проблемаларына, мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар, ш. иҫ. Көньяҡ Уралдағы баҡыр колчеданы мәғдәндәре, тимер мәғдәндәре, марганец мәғдәндәре ятҡылыҡтары генезисын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан Ер ҡабығының ултырма ҡатламдарының стратиграфик бүлексәләре номенклатураһы, Урта һәм Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң тектоника карталары төҙөлгән; әртә ярусы айырып күрһәтелгән. Франция ФА‑ның Ж.Кювье исемендәге премияһы лауреаты (1922). К. исемендәге премия һәм алтын миҙал (1946, СССР ФА), халыҡ‑ара премия (1979, А.Топфер фонды, Германия) булдырыла. К. исеме менән Өфө ҡ. урам; Uranema karpinskii болоттар тибы, мәрйен полиптары (Lophocarinophyllum karpinskyi, Polymelia karpinskyi), Paraphillipsia karpinskyi трилобиттары, аяҡбаш моллюскылар (Aspidoceras karpinskii, Gastrioceras karpinskii һ.б.) кластары, фораминифер һәм остракодтар ярым кластары һ.б. аталған.

  Хеҙм.: Разведки ископаемых руд, произведённые в Уфимской и Оренбургской губерниях в 1868 г. Б.м., 1869; Геологические исследования в Оренбургском крае. СПб., 1874; Бакальские‑Зигазинские месторождения железных руд. Б.м., 1901.

  Әҙәб.: Шатский Н.С., Яншин А.Л. Портреты геологов. М., 1986.

А.П.Рождественский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022
Связанные темы рубрикатора: