Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНОГЕН ҺӘЛӘКӘТТӘР

Просмотров: 1101

ТЕХНОГЕН ҺӘЛӘКӘТТӘР, технологик процестың боҙолоуы йәки ҡулланған ваҡытта машиналарҙың, механизмдарҙың һәм техник ҡоролмаларҙың көтөлмәгәндә эштән сығыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ғәҙәттән тыш хәлдәр. Индустриаль (химик һәм радиацион ағыуланыуҙар, шартлауҙар, емерелеүҙәр һ.б.), транспорт (һауа, диңгеҙ, т. юл һ.б.) һәм ҡатнаш Т.һ. айырыла. Т.һ. төп күрһәткестәренең береһе булып һәләк булған кешеләр һанының күп булыуы, кешеләрҙең һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә зыян килеүе, техносфера объекттарының емерелеүе тора. Т.һ. потенциаль хәүеф ҙур булған объекттарҙа (граждандар һәм оборона комплекстарында, химия һәм металлургия производстволарында), хәүефле йөктәрҙе һ.б. ташыған транспортта, гидротехник ҡоролмаларҙа, магистраль үткәргес торбаларҙа барлыҡҡа килә. Һәр бер һәләкәттең нигеҙендә соц. сәбәптәр ята, сөнки техник системаларҙы кешеләр уйлап таба, яһай һәм улар м‑н идара итә. Т.һ. ҡатмарлы системаларҙың элементтары (уларҙы төҙөүҙә кешеләр, ш. уҡ технологияларҙың төрлө элементтары ҡатнаша) араһында үҙ‑ара килешмәүсәнлек тыуыу һөҙөмтәһендә килеп сыға. Техника үҫешеү м‑н кеше факторының әһәмиәте арта, ул инженерлыҡ һәм персоналдың хаталарында күренә. Шулай уҡ Т.һ. тәбиғәт фажиғәләре (ер тетрәү, цунами һ.б.) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Башҡортостан терр‑яһында 1989 й. 4 июнендә Әшә — Оло Теләк т. юлы араһында транспорт һәләкәте була. Бер‑береһенә ҡаршы килгән 2 пассажир поезы араһында тишелгән үткәргес торбанан сығып юл буйында тупланған газ‑һауа ҡатышмаһы шартлай. Янғын 250 га майҙанды биләй, 1200‑ҙән ашыу кеше зыян күрә (780‑дән ашыу кеше урында уҡ һәләк була). 1989 й. 22 нояб. “Уфахимпром” пр‑тиеһы терр‑яһында фенол түгелә, ул ҡар һыуы м‑н 1990 й. мартында Чернушка, Шөгөр, Ҡариҙел йй. эләгә һәм Өфөнөң көньяҡ һыу алғысына тиклем барып етә. Эсәр һыуҙа фенол миҡдары 30 ПДК була. Бысранған һыуҙы ҡулланып ағыуланған халыҡтың дөйөм һаны 672876 кеше тәшкил итә. 1990 й. 23 апр. санитария‑эпидемиология станцияһы эсәр һыуҙы яраҡлы тип иғлан итә. 2002 й. 2 июлендә Германия күгендә, Швейцарияның “Скай Гайд” диспетчер хеҙмәте яуаплылығы зонаһында “Башҡортостан авиалинияларының Ту‑154М пассажирҙар самолёты йөк ташыған “Боинг‑757” м‑н бәрелешә. Һөҙөмтәлә 71 кеше һәләк була.

Н.Н.Красногорская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: