Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОВШОВ Геннадий Николаевич

Просмотров: 722

КОВШОВ Геннадий Николаевич (22.7.1936, Сталино ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1984). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) “Йондоҙ” пр‑тиеһында (Осташков ҡ.) эшләй, 1961 й. алып Ҡазан авиация ин‑тында, 1968 й. — ӨАИ‑ла (1982 й. башлап мәғлүмәти‑үлсәү техникаһы каф. мөдире). 1985—93 йй. Днепропетровск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тында (ғәмәли механика каф. мөдире). 1994 й. алып лаб. мөдире, 1996 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Механика ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. 2001 й. алып Приднепровск төҙөлөш һәм архитектура акад. (Днепропетровск ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ер аҫты, һыу аҫты һәм төҙөлөш ҡоролмаларын арауыҡта ориентациялауҙы контролдә тотоу датчиктарын һәм системаларын эшләүгә арналған. К. тарафынан скважиналарҙы, үткәргес торбаларҙы контролдә тотоу системаларының инклинометрик үҙгәрткестәрен проектлауҙың һәм быраулау инструменттарын арауыҡта ориентациялау м‑н идара итеүҙең теоретик нигеҙҙәре һалына; электромагнит элемтә каналы булған бәләкәй габаритлы инклинометрик забой телесистемалары өсөн датчиктарҙың инструменталь хаталарын ҡаплау ысулдары табыла. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 360‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 170 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Инклинометры. Основы теории и проектирования. Уфа, 1998 (авторҙ.); Приборы контроля пространственной ориентации скважин при бурении. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Г.В.Миловзоров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019