Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛОВЕРТНОВ Юрий Денисович

Просмотров: 983

КОЛОВЕРТНОВ Юрий Денисович (10.3.1937, Мирзоян ҡ., Ҡаҙағстан — 27.1.2002, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры һәм проф. (1990). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1974), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй: 1971 й. алып производство процестарын автоматлаштырыу ф‑ты деканы, 1971 й. окт. — ин‑ттың партия ком‑ты секретары, 1975—2002 йй. производство процестарын автоматлаштырыу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2002 йй. ғилми‑тикшеренеү лаб. ғилми етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәтенең производство процестарын автоматлаштырыу приборҙарын һәм системаларын эшләүгә арналған. К. етәкс. скважиналарҙың, ш. иҫ. күтәрелгән (120°С тиклем) һәм юғары (300°С тиклем) т‑ралағы скважиналарҙың, геофизикаһын һәм гидродинамикаһын тикшереү, нефть һәм газ ятҡылыҡтарының продуктлы ҡатламдарының газогидродинамик параметрҙарын контролдә тотоу өсөн мәғлүмәти үлсәү системалары уйлап табыла. Асыштары “Башнефть”, “Татнефть”, “Уренгойгазпром” берекмәләре пр‑тиеларында һ.б. индерелгән. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 85 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәте (2002), “Газпром” ААЙ (1999) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Термостойкие информационно-измерительные системы для геофизических исследований скважин. Уфа, 1993.

Г.Ю.Коловертнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: