Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ

Просмотров: 1139

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Силәбе өлкәһенең Ҡытау‑Ивановка ҡ. эргәһендәге Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында стратотип менән бергә О.П.Горяинова һ.б. айырып күрһәтә (1931). Ултырмаларҙы А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986, 1994) һ.б. тасуирлай. Ҡ.с. ҡатламдары башлыса Башҡорт мегантиклинорийы ҡанаттарында таралған. Төрлө төҫтәге эзбизташтарҙан, уларҙың балсыҡлы һәм һирәк осраҡта доломитлашҡан төрҙәренән һәм мергелдәрҙән тора. Тоҡомдарға плитәлек һәм таҫмалы ҡатлауҙар хас. Ҡалынлығы 200—400 м. Ҡаратауи өсөн хас булған строматолиттары һәм микрофитолиттары бар. Аҫта ятҡан елмәрҙәк свитаһынан өҫтә ятҡан инйәр свитаһына әкренләп күсеү процесы менән бәйле. Свитаның йәше — ҡыпсаҡ горизонтының өҫкө яртыһы. Киҫелештең аҫҡы өлөшөндә глауконит буйынса йәште белдереүсе калий‑аргон аныҡлаусыһы бар — 938 млн йыл. Полиметалл сығанаҡтары һәм ваҡ ятҡылыҡтары бар (Бөркөт, Балтайорт).

  Әҙәб.: О л л и А.И. Древние отложения западного склона Урала. Саратов, 1948; К о з л о в В.И. Верхний рифей и венд Южного Урала. М., 1982; Стратотип рифея: строение, палеонтологическая характеристика, изотопный возраст //Общие вопросы и принципы расчленения докембрия. СПб., 1994.

В.И.Козлов

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: