Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛПАКОВ Лев Георгиевич

Просмотров: 852

КОЛПАКОВ Лев Георгиевич (25.4.1923, Түб. Новгород губ. Степаново а. — 21.9.2006, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1983), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973), БАССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1951). 1960—78 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑ның дир. урынбаҫары. 1954 й. алып һәм 1978—2006 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй (1993—97 йй. гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге нефть үткәргес транспортының гидравлик машиналарын файҙаланыу проблемаларына арналған. К. магистраль үҙәктән ҡыуыусы насос характеристикаларын һыуҙан ныҡ ҡуйы нефткә ҡарата яңынан иҫәпләү, терәк насостарҙың кавитацияһыҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн нефть ҡыуыусы станцияларҙың тоташтырыусы үткәргес торбаларын иҫәпләп сығарыу методикаһын төҙөгән. Нефть ҡыуыусы станцияларҙы уратып алған торбаларҙа осраусы урындағы ҡаршылыҡтың коэф. билдәләгән. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть һәм газ сығарыу пр‑тиеларында ҡулланылған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Кавитация в центробежных насосах при перекачке нефтей и нефтепродуктов. М., 1980 (авторҙ.); Центробежные насосы магистральных нефтепроводов. М., 1985; Центробежные насосы в системах сбора, подготовки и магистрального транспорта нефти. М., 1999 (авторҙ.).

А.А.Коршак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019