Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ

Просмотров: 1293

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ, ярыҡлы карст һыуҙары, ярыҡтар һәм бушлыҡтар буйлап карсланған тоҡомдарҙа (тоҙ, гипс, карбонатлы тоҡомдар) хәрәкәт иткән ер аҫты һыуҙары. К.һ. ер өҫтө һыуҙарының һарҡыуы, ер аҫты һыуҙарының сиктәш һыулы горизонттарҙан ағып сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. К.һ. химик составы башлыса һыу һыйҙырған тоҡомдарҙың составы, шулай уҡ гидродинамик зона менән бәйле. Актив һыу алмашыу зонаһындағы карбонат ҡатламдарҙа К.һ. ғәҙәттә сөсө, үтә сөсө гидрокарбонатлы кальцийлы; гипстарҙа һәм ангидриттарҙа — юғары минераллы (2—3 г/л) сульфатлы кальций‑магнийлы; әкрен һыу алмашыу зонаһында — хлоридлы натрийлы, юғары минераллы, ныҡ тоҙлоға тиклем. К.һ. бер‑береһе менән тоташҡан ярыҡтар, бушлыҡтар һәм карст ҡыуышлыҡтары, каналдар (мәмерйәләр) системаһы буйлап хәрәкәт итә. К.һ. ер аҫты инештәренә һәм йылғаларына туплана, улар ер өҫтөнә күп дебитлы карст шишмәләре булып сыға. БР‑ҙағы киң билдәле карст сығанаҡтары: Красный Ключ, Саруа, Берғамыт, Шүлгән һ.б. Иң ҙур ер аҫты йылғалары: Ҡотоҡ төбәгендәге Ҡотоҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге Шүлгән, Яңы Мораҙым мәмерйәһендәге инештәр һ.б. “Асы”, “Красноусол”, “Янғантау” һ.б. шифаханалар карст минераль һыу сығанаҡтары нигеҙендә асылған. К.һ. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы торама пункттарының күбеһен (Белорет, Сибай, Учалы ҡҡ., Бүребай, Миндәк ауылдары һ.б.) һыу менән тәьмин итеү сығанағы булып тора. Шулай уҡ ҡара: Карст.

В.И.Мартин

Тәрж. З.Б.Латипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: