Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КВАРТЕР

Просмотров: 1007

КВАРТЕР, дүртенсел система (осор), кайнозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 1,8 млн йыл, хәҙерге заманғаса дауам итә (ҡара: Геохронология). Ж.Денуайе тарафынан 1829 й. айырып күрһәтелә. 2 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡыһы — плейстоцен һәм өҫкөһө — голоцен (яҡынса 10 мең йыл элек башланған, ағымдағы боҙлоҡ осоронан һуңғы геологик ваҡыт). Плейстоцен ике бүлектән (ярым бүлек) тора: эоплейстоцен (сағыштырмаса йылы климатлы этап) һәм неоплейстоцен (һыуығыраҡ этап), улар звеноларға һәм климатолиттарға (горизонттар) бүленә. Плейстоценға сағыштырмаса күп кенә тереклек формаларының барлыҡҡа килеүе хас, планетаның һиҙелерлек һалҡынайыуы һәм киң материк боҙлоҡтары менән айырылып тора. Голоценда ҡоро ер һәм диңгеҙ хәҙерге һыҙатланышын ала, хәҙерге географик зоналар барлыҡҡа килә. К. иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — тәүтормош кешеһе килеп сығыу. Һалҡынайыу осорҙарында Башҡортостан территорияһы боҙлоҡһоҙ өлкә булып тора. Перигляциаль‑дала, урман-дала үҫемлектәре була. Урмандар тау араһы уйпатлыҡтарында һәм йылға үҙәндәрендә үҫә. Йылыныу осоронда Урал алдында һәм Көньяҡ Урал үҙәндәрендә ҡатнаш һәм ваҡ япраҡлы урмандар, асыҡ киңлектәр таралған. Көньяҡ Уралдың таулы өлөшөндә ылыҫлы урмандар үҫкән. Максималь боҙланыу ваҡытында (урта неоплейстоцен) мамонт фаунаһы вәкилдәре: мамонт, йөнтәҫ носорог һ.б. барлыҡҡа килә. К. ҡатламдары тотош япма булып таралған континенталь ултырма тоҡомдарҙан тора. Плейстоцен ҡатламдары күл, аллювиаль, делювиаль һәм субаэраль фацияларҙан (ҡалынлығы 100 м тиклем), голоцендыҡы аллювиаль, күл, эол һәм техноген ултырмаларҙан (ҡалынлығы 4—30 м) ғибәрәт. К. ҡатламдары торф, балсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом, ҡом‑ҡырсын материалдары, сапропель, ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарына бай.

  Әҙәб.: Плейстоцен Предуралья. М., 1987; Региональная стратиграфическая схема четвертичных отложений Южноуральского региона /Г.А. Данукалова [и др.] //Геология, полезные ископаемые и проблемы геоэкологии Башкортостана: материалы VI Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2006.

Г.А.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора: