Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМПОЗИЦИОН МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1306

КОМПОЗИЦИОН МАТЕРИАЛДАР, композиттар, арматуралаусы нығытыусы тултырғыстан, матрицанан торған, составындағы компоненттарға ҡарағанда структураһының сағыштырмаса ҡатмарлыраҡ, үҙенсәлектәренең яҡшыраҡ булыуы м‑н айырылған күп фазалы системалар. К.м. шулай уҡ бүленеү сиктәре асыҡ булған химик яҡтан төрлө компоненттарҙың күләмдә ҡатнаштырылып алынған материалдарын да индерәләр. Тултырғысының структураһы б‑са К.м. сүслеләргә, ҡатламлыларға, дисперслы‑нығытылғандарға, матрица материалының тәбиғәте б‑са — полимерлы, металл, углеродлы, керамик һ.б. бүләләр. Полиматрицалы (бер нисә матрица) һәм гибрид (төрлө тәбиғәтле тултырғыстар нигеҙендә) К.м. айыралар. К.м. ҙур ныҡлыҡ һәм бәләкәй масса, йылыға, дымға, утҡа, химик тәьҫирҙәргә сыҙамлылыҡ, күп тапҡырлы тәьҫиргә һәм абразивҡа ҡаршы тороу, һығылмалылыҡ модуле юғары булыу, радиоүткәреүсәнлек һ.б. үҙенсәлектәр хас. Башҡортостанда эпоксид ыҫмалалары нигеҙендә бәйләүестәр (“Уфахимпром”), киң ассортиментта быяла ептәр һәм быяла туҡымалар (“СТЕКЛОНиТ”), полиэтилен, полипропилен һәм полистирол (“Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез”) етештереү үҙләштерелә. “СТЕКЛОНиТ” ААЙ‑нда фенолформальдегид ыҫмалалары нигеҙендә быяла пластиктар (киҫелмәле абразив түңәрәктәр), Өфө фанерплита комбинатында, Стәрлетамаҡ цементюнысҡы плиталары заводында бәйләүес сифатында карбамид ыҫмалаларын һәм фенол-формальдегид ыҫмалаларын файҙаланып ағас плиталар сығаралар. Сикләнгән миҡдарҙа сәнәғәт төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән коррозияға ҡаршы ҡатнаш материал — ике яҡтан да быяла‑туҡыма м‑н ҡапланған полиэтилен плёнка сығарыла (БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑ты). Башлыса матрица материалын тултырғысҡа һылап (һеңдереү), ш. уҡ арматуралаусы элементты матрица м‑н бергә прокатлау юлы м‑н һ.б. алалар. БР‑ҙа быяла пластиктарҙың төп ҡулланыусыһы булып Күмертау авиация производство предприятиеһы (вертолёт винттары, конструкция элементтары) тора. ӨМЭПБ‑ла К.м. һыу мотоциклдарын, “Рысь” ҡаргиҙәрен эшләгәндә файҙаланалар. Йыһан аппараттарын йылыныуҙан һаҡлау өсөн К.м. табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 70—90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла (Ю.С.Первушин һ.б.) үткәрелә: быяла‑пропилен, углерод‑полипропилен һәм гибрид быяла‑углерод‑пропилен композиттар алыуҙың сүсле технологияһы тәҡдим ителә. Магистраль үткәргес торбаларын ер тоҡомо электролиттары тәьҫире шарттарында оҙаҡ файҙаланыу өсөн балластировкалау сараларын табыу б‑са эштәр 70—80‑се йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда башҡарыла (И.С.Станчиц һ.б.). 80‑се йй. Химия ин‑тында углерод һәм углеродлы сүстәр м‑н тулыландырыу иҫәбенә антифрикция үҙсәнлектәре яҡшыртылған, химик тәьҫирҙәргә һәм эҫегә сыҙамлы пентапласт композициялары (А.И.Ильясова, Н.М.Ишморатова), 80—90‑сы йй. Органик химия ин‑тында, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында ғәҙәти булмаған К.м.: шыйыҡ‑ҡуйы (ҡара: Энтомологик елем), күҙәүлек арауығына полимер тултырылған керамик, һыуландырмаусы ағас оно ярҙамында ағас‑эластомер К.м. (Ю.А.Сангалов һ.б.) һ.б. эшләнә. Шулай уҡ ҡара: Арматураланған пластиктар, Быяла пластиктар, Тулыландырылған полимерҙар.

Әҙәб.: Первушин Ю.С., Сангалов Ю.А. Полимерные композиты — материалы прошлого, настоящего и будущего //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2003. Т.8. №3.

Ю.С.Первушин, Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: