Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНДРАШЁВА Наталья Константиновна

Просмотров: 960

КОНДРАШЁВА Наталья Константиновна (22.1.1954, Сталинград өлк. Весёлое а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. химигы (2002). М.К.Рогачёвтың һеңлеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (1986 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). 2012 й. башлап “Горный” Милли минераль‑сеймал ун‑тында (2014 й. алып химик технологиялар һәм энергия сығанаҡтарын эшкәртеү каф. мөдире; С.‑Петербург). Фәнни хеҙмәттәре нефть дисперслы системаларын өйрәнеүгә һәм махсус тәғәйенләнешле нефть продукттарын алыу технологияларын эшләүгә, уларҙың эксплуатациялау һәм экологик үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған. К. тарафынан юғары һәм түбән ҡуйылыҡтағы судно яғыулыҡтарын, бөтә миҙгелгә ярашлы һәм ҡышҡы күсәр майҙарын эшләү технологиялары уйлап табыла, уларҙы 80—90‑сы йй. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑нда илдә тәүгеләрҙән етештереү үҙләштерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Реология нефти и нефтепродуктов. Уфа, 2000 (авторҙ.); Судовые топлива. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Ю.М.Абыҙгилдин

 Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019