Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕЛЛЕР Борис Максимович

Просмотров: 1338

КЕЛЛЕР Борис Максимович (14.10.1912, Берлин ҡ. — 14.1.1997, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1962). Мәскәү геология-разведка институтын тамамлаған (1934). Фәнни тикшеренеүҙәре геология һәм стратиграфияға арналған. К. етәкселегендә өҫкө протерозойҙың тасуирламаһы эшләнгән; Көнсығыш Европа платформаһындағы венд һәм кембрий ултырмаларына стратиграфик, палеонтологик, палеогеографик тикшереүҙәр үткәрелгән, Көньяҡ Уралда рифей стратотибы (бөрйәни, юрматыни, ҡаратауи бүленә) буйынса мәғлүмәттәр дөйөмләштерелгән; өҫкө кембрий алдының дөйөм корреляция схемалары, СССР‑ҙың өҫкө протерозойының литология‑палеогеографик һәм палеотектоник карталары төҙөлгән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1954). К. исеме менән Kellericyathus археоцеат тибы, AHmbetaspis kelleri һ.б. трилобит кластары, Ivdelinia kelleri замок брахиоподтары,  Rectograptus kelleri граптолиттары, Favosites kelleri коралл полиптар, Anomalina kelleri фораминиферҙар ярым класы һ.б., Bairdia kelleri остракодтар һ.б. аталған.

Хеҙм.: Верхний протерозой Русской платформы (рифей и венд). М., 1968.

В.И.Козлов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022
Связанные темы рубрикатора: