Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАЙКИН Владимир Александрович

Просмотров: 683

КРАЙКИН Владимир Александрович (30.5.1955, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 2008 й. алып төп ғилми хеҙм‑р, 2011 й. лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре юғары т‑раларға тотороҡло полимерҙарҙың синтезын, модификацияһын һәм деструкцияһын, уларҙың төҙөлөшөнөң термик, физик‑химик һ.б. үҙсәнлектәренә тәьҫирен; мономерҙарҙың реакцияларға һәләтен, (со)полиариленфталидтарҙың термик модификацияһын һәм карбонлашыуын, микроструктураһын һәм үҙенсәлектәрен йүнәлешле көйләүҙе тикшереүгә бәйле. К. тарафынан фталидлы (со)мономерҙарҙың поликонденсация реакцияларын, барлыҡҡа килгән (со)полиарелинфталидтарҙың деструкцияһын, составын һәм композицион төрлөлөгөн тикшереүҙең фталидлы мономерҙарҙың, полимерҙарҙың (ш. иҫ. олигомерҙарҙың) төҙөлөшө, полимер сылбырының оҙонлоғо, макромолекулаларҙың топологияһы һәм берләшмәләрҙе ионлаштырыусы мөхиттәрҙә эреткәндә барлыҡҡа килгән триарилметил карбокатиондар бәйләнештәренең үҙ-ара тәьҫир итешеү дәрәжәһе араһындағы корреляцияларына нигеҙләнгән ысулы уйлап табыла. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019