КРИВОНОГОВ Виктор Петрович
КРИВОНОГОВ Виктор Петрович (10.4.1933, Горький крайы Щедровка а. — 31.10.2004, Өфө ҡ.), химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1997). Горький политехник институтын тамамлағандан һуң (1962) Өфө химия заводында смена начальнигы, 1964 й. алып Органик химия институтында (Өфө ҡ.): 1980—88 йй. лаборатория мөдире, 1997 й. алып төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни хеҙмәттәре көкөрторганик берләшмәләрҙең, һыҙыҡлы һәм циклик олигомерҙарҙың синтезы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, иммуномодуляторҙар, экстрагенттар сығарыуға арналған. К. тарафынан яңы иммуномодулятор — оксиметилурацил алыу технологияһы уйлап табылған, уны сәнәғәт кимәлендә етештереү үҙләштерелгән.
Хеҙм.: Синтез и иммунотропная активность производных пиримидина. Сообщение 4. Синтез, иммунотропная и противовоспалительная активность пиримидиновых ациклонуклеозидов //Химико‑фармацевтический журнал. 1997. Т.31. №12 (авторҙ.); Аминометилирование пиримидинов //Журнал органической химии. 2000. Т.36. Вып.8 (авторҙ.).
Ф.А.Вәлиев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов