Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРУГЛОВ Эдуард Александрович

Просмотров: 1078

КРУГЛОВ Эдуард Александрович (13.2.1933, Мәскәү ҡ. — 15.3.2012, Өфө ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре кандидаты (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985). Мәскәү химия‑технология институтын тамамлағандан һуң (1957) СССР Химия сәнәғәте министрлығының 10‑сы почта йәшниге предприятиеһында эшләй, 1959 й. алып Черниковск НЭЗ‑ының лаборатория мөдире. 1960 й. башлап Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, 1974 й. бүлек мөдире, 1991—2009 йй. Башҡортостан республика экологик ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры. Фәнни-производство эшмәкәрлеге аналитик һәм физик химияла хроматографик анализ ысулдарын ҡулланыу менән бәйле. К. тарафынан техник продукттар һәм тирә-яҡ мөхит объекттарындағы эйәрсен матдәләр тикшерелгән, микромиҡдарҙа эйәрсән матдәләр концентрациялау ысулдары уйлап табылған. К. тикшеренеүҙәре республикала хроматография һәм хромато‑масс-спектрометрия үҫешенә нигеҙ һала. Уның ҡатнашлығында диоксиндарҙы анализлау лабораторияһы булған Экология үҙәге төҙөлгән. 

  Хеҙм.: Диоксины в биологических тканях человека (поступление, накопление и воздействие). Уфа, 1996 (авторҙ.);  Ситуация с диоксинами в Республике Башкортостан. Уфа, 1998 (авторҙ.).

З.Ҡ.Әмирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

З.Ҡ.Әмирова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.09.2022