Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУДАШЕВ Рифҡәт Хөсәйен улы

Просмотров: 940

ҠУДАШЕВ Рифҡәт Хөсәйен улы (30.7.1939, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (2001). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Ҡудашевтар нәҫеленән. Х.И.Ҡудашевтыңһәм Ф.М.Камалетдинованың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй, 1968 й. алып Стәрлетамаҡ химия‑ технология техникумында һәм Өфө нефть техникумында уҡытыусы. 1972 й. башлап Органик химия ин‑тында: 1977—80 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 1992 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, олефиндарҙы олигомерлаштырыу һәм титан галогенидтары ҡатнашлығында ароматик углеводородтарҙы алкиллаштырыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, политуйындырылмаған һыҙма һәм цикллы сомономерлы диендар нигеҙендә комплекслы металорганик катализаторҙар ҡулланып сополимерҙарҙың яңы класын эшләүгә арналған. Ҡ. тарафынан алюминорганик берләшмәләр ҡатнашлығында углерод диоксиды м‑н моно‑ һәм диэпоксидтар рәте сополимерҙары (сополимерҙар биотарҡалыуға бирелеүсән), ш. уҡ йылыға тотороҡло полиариленфталидкетондар синтезлана. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 4 уйлап табыу, ш. уҡ 150‑гә яҡын тыуған яҡты өйрәнеү мәҡәләләре авторы.

Хеҙм.: Сополимеризация глицидиловых эфиров с диоксидом углерода на гомогенном катализаторе //Доклады Академии наук СССР. 1987. Т.292. №4 (авторҙ.); Синтез и свойства полиариленфталидкетонов //Высокомолекулярные соединения. Серия А. 2002. Т.44. №10 (авторҙ.).

 

Тәрж.Г.Ю.Ғатауллина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019