ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы
ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы (22.9.1940, Өфө ҡ. — 10.10.2016, шунда уҡ), химик. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). Ҡудашевтар нәҫеленән, Х.И.Ҡудашевтың һәм Ф.М.Камалетдинованың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1978—86 йй. химия факультеты деканы, 1987 й. алып дөйөм химия технологияһы һәм аналитик химия, 2004—12 йй. аналитик химия кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефтехимия һәм нефть эшкәртеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, тирә‑яҡ мөхит объекттарын анализлағанда хроматография ҡулланыуға арналған. Ҡ. тарафынан ауыр нефть ҡалдыҡтарының углеродлы сүстәргә күсеүенең физик‑химик законлыҡтары, тирә‑яҡ мөхит объекттарында экотоксиканттарҙың хроматографик анализ ысулдары табылған. 20 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Экоаналитический контроль в системе оценки качества окружающей среды. М., 2004 (авторҙ.); Страницы истории химического факультета. Уфа, 2010 (авторҙ.); Жидкофазное окисление сернисто‑щелочных сточных вод нефтеперерабатывающих производств. Уфа, 2012 (авторҙ.).
Е.С.Кручкова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов