Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы

Просмотров: 795

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы [7.3.1927, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Баязит а. (Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы)], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй (1956 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1964 й. башлап Ҡаҙағстан минераль сеймал ҒТИ‑ның геология секторы мөдире, 1974 й. — Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА Геология фәндәре институтының ғилми секретары һәм сектор мөдире, 1970—74 йй. К.И.Сатпаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли техник университетында уҡыта, 1979—94 йй. тарих һәм төбәк геологияһы кафедраһы мөдире (бөтәһе лә — Алматы ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре төбәк геологияһына һәм металлогенияға арналған. Ҡ. тарафынан геология‑разведка эштәрен үткәреү өсөн перспективалы металлогеник, геохимик һәм мәғдән бүлкәттәре айырып күрһәтелә; Башҡортостандың Урал алды һәм Ҡазағстан территорияларындағы геологик структураларҙың дуғаланып тоташыу характеры нигеҙләнә. Ч.С.Вәлиханов исемендәге премия лауреаты (1971).

  Х е ҙ м.: Металлогеническая и геохимическая зональность территории Казахстана. Алма‑Ата, 1976; Недра раскрывают тайны. Алма‑Ата, 1983; Геология и полезные ископаемые юго‑востока Тургайского прогиба и Северного Улытау: в 2 т. Алма‑Ата, 1984 (авторҙ.).

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023
Связанные темы рубрикатора: