Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУПОВЫХ Пётр Николаевич

Просмотров: 870

КУПОВЫХ Пётр Николаевич (1.10.1930, БАССР‑ҙың Иҫке Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 26.5.1985, Октябрьский ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1975). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1954 й.) 20‑се почта йәшниге предприятиеһында эшләй. 1958 й. алып Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының (Октябрьский ҡ.) өлкән инженеры, отряд начальнигы, 1965 й. — баш геофизигы, 1975—83 йй. лаборатория мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге каротаж кабелгә беркетелгән приборҙар ярҙамында ер ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һәм һынап ҡарау һөҙөмтәләренә интерпретация биреүҙең техник сараларын уйлап табыу, технологияларын, методикаһын асыҡлауға бәйле. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1980).

В.Ф.Кудряшова

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.12.2022
Связанные темы рубрикатора: