Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ

Просмотров: 960

ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ, рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Белорет районында А.И.Иванов айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙы О.С.Богатырёв, Н.Ф.Решетников (1970), П.Н.Швецов (1970, 1975, 1980) тасуирлай. Ҡ.с. ҡатламдары белорет метаморфик комплексы сиктәрендә Аҙнағол, Сатра, Ҡыҙылташ һәм Боғанаҡ антиклиналдәренең көмбәҙ эргәһе өлөштәрендә таралған. Кристаллы эзбизташ һәм доломит ҡатлауҙарының ике үлсәмле слюда‑ялан шпаты‑кварц составлы графит һәм карбонат кристаллы һәүерташтары һәм углеродлы серицит‑кварц һәүерташтары менән сиратлашыуынан тора. Ҡ.с. боғанаҡ свитаһы өҫтөнә яраҡлашып ята, айыусапҡан свитаһы уның өҫтөнә яраҡлашмайынса ҡырын ята. 4 ярым свитаға бүленә: һүренйәк‑әхмәр (ҡалынлығы 400 м ашыу), баҫҡан (35—250 м), ҡамырташ (130—260 м), мәйәрҙәк (300 м тиклем). Ҡ.с. йәше — бөрйәни. Йәше буйынса рифей стратотибының һүрән свитаһына тиң. Ҡ.с. ултырмаларына Ҡыҙылташ кристаллы магнезит ятҡылығы (Белорет районы) тура килә.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.12.2022
Связанные темы рубрикатора: