Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич

Просмотров: 1137

ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич (20.11.1917, Екатеринослав губернаһы Бәләкәй Токмачка а. — 15.9.1990, Куйбышев ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1940). 1952 й. алып Башҡортостан территориаль геология идаралығының баш инженеры, 1955—78 йй. начальнигы. Л. етәкселегендә Көнбайыш Озёрный, Маҡан, Октябрьский, Подольск, Юбилейный һ.б. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары асылған. Александр Невский (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.12.2022
Связанные темы рубрикатора: