Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕННЫХ Иван Васильевич

Просмотров: 1071

ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө ҡ.), тау инженеры. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка начальнигы, 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия начальнигы, 1936 й. — Сысәрт прииск идаралығының баш геологы, 1939 й. — Урал геология идаралығының (бөтәһе лә — Свердловск ҡ.) партия начальнигы, 1947—60 йй. Көньяҡ Урал территориаль геология идаралығының (Өфө ҡ.) партия начальнигы, баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдәнле интрузияларҙы һәм алтын ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә бәйле. СССР‑ҙың 1:1000000 (1957) һәм 1:200000 (1960) масштаблы геологик карталары авторы; Л. ҡатнашлығында Уралдың геоморфологик карталары төҙөлә. Ленин премияһы лауреаты (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1950).

  Әҙәб.: К геологии колчеданного месторождения Учалы (Южный Урал) //Материалы по геологии и полезным ископаемым Южного Урала. М., 1962.

Ю.В.Гаррис

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные темы рубрикатора: