Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо

Просмотров: 1265

ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы районының алтын мәғдәне ятҡылыҡтарында һәм сығанаҡтарында (Миндәк, Бөйҙө, Кесе Ҡаран) осрай.

  Әҙәб.: С а з о н о в В.Н. Лиственитизация и оруденение. М., 1975.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.01.2023