Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОЗИН Евгений Валентинович

Просмотров: 1862

ЛОЗИН Евгений Валентинович (19.9.1937, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2007). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1961) “Аксаковнефть” НГДУ‑һында өлкән геолог, геология бүлеге начальнигы, 1975 й. алып Бәләбәй быраулау эштәре идаралығында баш геолог, начальник урынбаҫары, 1978 й. — “Башнефть” АНК ААЙ‑ның технологик бүлеге начальнигы, 2002—03 йй. баш геологы, 1984 й. — “БашНИПИнефть” ЯСЙ‑ның директор урынбаҫары, ятҡылыҡтар геологияһы һәм уларҙы үҙләштереү идаралығы начальнигы, 2010 й. башлап генераль директор советнигы һәм ятҡылыҡтар геологияһы һәм уларҙы үҙләштереү буйынса эксперт, бер үк ваҡытта 1990—93 йй. БДУ‑ла, 1995—2005 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге Волга‑Урал антеклизаһының тектоник төҙөлөшөн өйрәнеүгә бәйле. Л. тарафынан нефть сығарыуҙы арттырыу технологиялары уйлап табыла. 13 (Каменка, Орловка, Сатай һ.б.) нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2021).

Хеҙм.: Разработка уникального Арланского нефтяного месторождения востока Русской плиты. Уфа, 2012;  Геология и нефтеносность Башкортостана. Уфа, 2015; Уроки разработки Шкаповского нефтяного месторождения. Уфа, 2017.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

П.: Е.В.Лозин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022
Связанные темы рубрикатора: