Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОХКОВ ЯРУСЫ

Просмотров: 1406

ЛОХКОВ ЯРУСЫ, девондың аҫҡы бүлегенең түбәндәге беренсе бүлексәһе. Силурҙың пржидоль ярусында ята, прага ярусы менән ҡапланған. Кручек тарафынан айырып күрһәтелә (1877), Чехиялағы Лохков а. исеме менән аталған. Стратотибы һоро, ҡуйы һоро аргиллиттарҙан, эзбизташ һәм алевролит ҡатыш мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 300—400 м. Наутилоидейҙар, брахиоподтар, остракодтар, табулятоморфлы һәм 4 нурлы мәрйендәр хас. Үҫемлектәре ташҡа әйләнгән псилофиттарҙан, абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтарҙың ҡалдыҡтарынан ғибәрәт. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Л.я. ултырмалары сийәк, шерлубай горизонттарына бүленә һәм 300 м тиклем ҡалынлыҡтағы риф эзбизташтарынан тора (Бөрйән районында Ағиҙел й. үҙәне), көнсығыш битләүендә — 150 м тиклем ҡалынлыҡтағы балсыҡлы‑кремнезёмлы һәүерташтарҙан ғибәрәт.

В.А.Маслов

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные темы рубрикатора: