Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич

Просмотров: 1030

ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич (23.10.1913, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Айҙарәле приискыһы ҡсб, хәҙер Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Айҙарәле ҡсб, — 1.2.1983, Учалы ҡ.), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ тау‑металлургия техникумын тамамлаған (1936). 1931 й. алып геологик разведка идаралығының (Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы) быраулау мастеры, 1936 й. — Сибай руднигында тау эштәре мөдире, шахта идаралығының техник етәксеһе, 1942 й. — ВКП(б)‑ның Баймаҡ район комитеты инструкторы, 1943 й. — секретары, 1948 й. — ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1955 й. — КПСС Сибай ҡала комитетының 1‑се секретары; 1961 й. башлап Башҡортостан ХХС‑ының, 1963 й. — Урта Волга ХХС‑ының Төҫлө металлургия идаралығы начальнигы, 1966—74 йй. Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты директоры. Л. етәкселегендә БАССР‑ҙың алтын табыу сәнәғәте, Баймаҡ рудник идаралығы, Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты үҫеш ала. БАССР ЮС‑ының 3—6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1956), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), “Почёт Билдәһе” (1961, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.

П.И.Пирожок

Тәрж. Х.А.Шәрипова



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные темы рубрикатора: